

Ә уйлап ҡараһаң, беҙ бит алға атлайбыҙ, үҫәбеҙ, тормоштоң яңы-яңы ишектәрен асабыҙ. Әммә иң мөһиме — шуны аңланым: был ваҡыт эсендә минең эргәмдә мәктәптәге тәүге аҙымдарымды ышаныс менән яһарға ярҙам иткән кешем — минең тәүге уҡытыусым Розалиә Әхмәт ҡыҙы.
Мин әле лә иҫләйем: «килеп сыҡмаһа?», «хата яһап ҡуйһам?», «аңламай ҡалһам?» тип борсолғанымды. Ә Розалиә Әхмәт ҡыҙы беҙҙе матур итеп аңлатып, уҡырға һәм яҙырға өйрәтте.
Башланғыс синыфта мәктәп тормошоноң беренсе баҫҡысын үтеп, күп нәмәләргә өйрәндек. Яратҡан беренсе уҡытыусың, тәүге ысын дуҫтар... Барыһы ла артта ҡалды...
Йәйҙең тәүге көндәренән мин «Арғымаҡ» мәктәп лагерында ла күңелле итеп ял иттем.
Тағы бер мөһим ваҡиға булды: мин «Дуҫлыҡ» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе — Фәим Салауат улы Ғайсин) менән һабантуйҙа ҡатнаштым. Сығыш яһар алдынан ныҡ тулҡынландым. Йөрәгем ныҡ тибә. Ҡурайҙа уйнай башлағас, барыһы ла онотолдо. Миңә ябай ғына көй түгел, ә рәхмәт һәм ғорурлыҡ менән уйнағандай тойолдо. Байрамдағы кешеләрҙең йылмайыуҙарына ҡарап: «Ниндәй матур, мәлдәрем бар әле», — тип ҡыуандым.
Бына шулай һәр нәмәгә һығымта яһарға өйрәндем, быларҙың барыһы ла — беренсе остазымдың тырышлығы һәм хеҙмәте.
Был һүҙҙәр — иң изге һәм ҡәҙерле һүҙҙәр! Рәхмәт һеҙгә, Розалиә Әхмәт ҡыҙы!
Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.