+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Росгвардиясы кем ул?

Өфө районы “Луч” лагерында ял итеүсе балалар росгвардиясылар эше менән танышты. Был сара Росгвардия ойошторолоуҙың – 10, ә хоҡуҡ тәртибе ғәскәрҙәренә 215 йыл тулыуға арналды.

Росгвардиясы кем ул?Росгвардиясы кем ул?
Росгвардиясы кем ул?

Осрашыуҙы Росгвардияның төбәктәге идаралығы етәксеһе Александр Голуб асты. Ул:

– Балалар! Күптәрегеҙ өсөн был каникул үҙ киләсәгегеҙ тураһында уйланырға этәргес булыр, тип ышанам. Әгәр ҙә һеҙҙең юлығыҙ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте менән бәйле булмаһа ла, мин һеҙгә көслө, сәләмәт, намыҫлы һәм үҙ илен яратҡан граждандар булып үҫеүегеҙҙе теләйем, – тине.

Росгвардиясылар илебеҙҙең, ундағы халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Ҡунаҡтар балалар өсөн бай интерактив программа ойошторҙо. Уларҙы төркөмдәргә бүлеп, локациялар буйлап тараттылар – һәр майҙансыҡта экипировкаһын күрһәттеләр, ҡорал, бронежилет элементтарының тәғәйенләнеше тураһында һөйләнеләр. Теләгәндәр патруль автомобилендә ултыра һәм хатта элемтә эшен һынап ҡарай алды.

Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмында төп ролде уйнаған йәш актёр Арыҫлан Ҡырымсурин һауыҡтырыу лагерында тәүге тапҡыр ял итә икән. Ул быйылғы йәйенең шундай мауыҡтырғыс һәм мажараға бай булырын уйламаған да. Айырыуса бронежилеттың ауырлығына иҫе китте үҫмерҙең.

– Уны кейеп, нисек енәйәтсене ҡыуып етергә була һуң? – тип ысын күңелдән аптыраны Арыҫлан. Вәт шундай көслө, сыҙамлы шул был һөнәр эйәләре!

Уйламағанда бәлә килеп сыҡҡанда ашығыс ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәрен дә өйрәнде балалар һәм үҫмерҙәр. Ҡан китеүҙе туҡтатыу буйынса дәрес тә булды. Ә спорт залында зарядка,уйындар көтә ине. Шулай уҡ ҡунаҡтар өйҙә, урамда һәм интернетта хәүефһеҙлек тураһында һөйләнеләр.

Осрашыу бик файҙалы булды. Аҙаҡтан иң әүҙемдәргә ведомствонан сувенирҙар тапшырылды.

 

Росгвардияның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Росгвардиясы кем ул?
Росгвардиясы кем ул?
Росгвардиясы кем ул?
Росгвардиясы кем ул?
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас