+30 °С
Ясно
VKOKМакс

Фестивалдә күңел астыҡ

Яңыраҡ Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылы эргәһендәге һабантуй майҙанында ҙур тантана – V «Ер ҡото» төбәк-ара фестивале уҙҙы. Унда республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән бик күп ҡунаҡтар йыйылды.

Фестивалдә күңел астыҡФестивалдә күңел астыҡ
Фестивалдә күңел астыҡ

Фестиваль программаһы бик бай ине. Бында патриотик майҙансыҡтар ойошторолдо, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай юридик, медицина һәм психологик ярҙам күрһәтелде. Шулай уҡ халыҡ имселәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Байрамға ғаиләләр менән күмәкләп килгәйнеләр. Беҙ ҙә был гүзәл саранан ситтә ҡалманыҡ. Милли халыҡ уйындарында ҙур теләк менән ҡатнаштыҡ, уйнап-көлөп күңел астыҡ. Майҙандағы сағыу фотозоналарҙа иҫтәлеккә фотоға төштөк. Милли көрәште ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәттек. Ә күркәм байрам концерты яҡшы кәйеф бүләк итте.
«Ер ҡото» фестивале халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлау, быуындар сылбырын нығытыу өсөн бик әһәмиәтле сара булып тора. Өйөбөҙгә оло тәьҫораттар һәм рухи көс алып ҡайттыҡ.

Даниэль ХИСМӘТУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы.

Фестивалдә күңел астыҡ
Фестивалдә күңел астыҡ
Фестивалдә күңел астыҡ
Фестивалдә күңел астыҡ
Фестивалдә күңел астыҡ
Фестивалдә күңел астыҡ
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас