

Был ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө – мажаралы хикәйәләр, әкиәттәр уйлап сығарыу. «Ҡайсаҡ персонаждарға исем ҡушырға игеҙәк ҡустыларым Эмир менән Таир ҙа уйлаша, – ти Асель. – Был әҫәрҙәремдең сюжеты ҡапыл ғына, уйламағанда ғына тыуа. Шуларҙы яҙғас, өләсәйемә уҡып күрһәтәм, ул миңә кәңәштәр бирә».
Бер нисә йыл рәттән балалар сәнғәт мәктәбендә белем ала. Оҫта педагог Ләйлә Булат ҡыҙы Зариповаға ихтирамы һәм рәхмәте бик ҙур уның. Йыр буйынса төрлө бәйгеләрҙә еңеүе, Георгий Маркоров исемендәге ХХ Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында яңғыҙ йырлап II дәрәжә лауреат, ошо уҡ бәйгелә «Яңғыҙ инструменталь башҡарыу (фортепиано)» номинацияһында – дипломант (етәксеһе – Зилә Әҡсән ҡыҙы Шәрипова), районда Өлкәндәр көнөндә – еңеүсе, Уҡытыусылар көнөнә бағышланған иншалар бәйгеһендә призёр булыуы ҡыҙҙың бар яҡлап та һәләтлелеге һәм тырышлығы тураһында һөйләй.
–Асель, нисек бөтәһенә лә өлгөрәһең? – тип һорағас, мөләйем генә йылмайып: –Уҡыуҙан һуң түңәрәктәргә барам, буш ваҡытым ҡалмай ҙа тиерлек. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, беренсе синыфтағы ҡустыларымды ла ҡарашам, әсәйемә лә ярҙамлашам. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып ҡайтҡас, йыш ҡына үҙемдең сығыштарыма һығымта яһайым, ыңғай яҡтарымды, шулай уҡ икенсеһендә нимәгә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәклеген билдәләйем, – тип яуапланы.
Ололарса фекер йөрөтөүе, үҙ-үҙен тотошо менән мине таң ҡалдырҙы был ҡыҙыҡай. Мөхәмәтдиновтар ғаиләһе спорт ярата. Айырыуса шашканы. Ҡышҡы каникул ваҡытында башланғыс синыфтар араһында был ғаилә командаһы еңеүсе булған. Шулай уҡ йыш ҡына төрлө ҡалаларға сәйәхәткә йөрөйҙәр, яңы тәьҫораттар менән ҡайталар. Киләсәктә һинең мажаралы әкиәттәреңде, матур шиғырҙарыңды уҡырға көтөп ҡалабыҙ, Асель!
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы.