+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Рәссам янында ҡунаҡта

Беләһегеҙме, беҙҙең ауылда ысын рәссам йәшәй. Яңыраҡ миңә уның менән күрешеп, ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеү бәхете тейҙе. Исеме барығыҙға ла таныштыр, моғайын. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман Исмәғилев ул.

Рәссам янында ҡунаҡтаРәссам янында ҡунаҡта
Рәссам янында ҡунаҡта

Ошо ауылда тыуып үҫкән, һөнәр алғас, баш ҡалала йәшәп ижад иткән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, йәнә тыуған ауылына ҡайтҡан, матур итеп йорт һалып йәшәй. Мин үҙем Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһында белем алам. Әйткәндәй, Фәйзрахман ағай ҙа ошо уҡыу йортон тамамлаған. Ҡыҙыҡ, ул уҡыған ваҡытта беҙҙең гимназия ниндәйерәк булды икән? Мине уҡытҡан уҡытыусылар уны ла уҡыттымы икән?.. Эх, һүрәттәрен күрергә ине. Шәптер инде ул. Был турала өләсәйемә әйткәс, ул мине рәссам янына алып барырға булды.

Беҙҙе ул әйҙүкләп, ихлас ҡабул итте. Өйө лә шәп ерҙә ултыра. Тәбиғәттең бөтә матурлығы ус төбөндә генә кеүек күренә. Ә эштәре, ысынлап та, иҫ китмәле! Портреттар яһаған, күберәк пейзаж төшөргән. «Ошондай тәбиғәт ҡосағында йәшәп, уның матурлығын күрмәү мөмкин түгел», – ти ул үҙе. Ат һүрәттәре лә күп. Эштәре хатта Мәскәүҙәге Третьяков галереяһына ла ҡуйылған!

– Мәктәпкә бармаҫ элек үк һүрәт төшөрә торғайным. Ул ваҡытта ҡағыҙ, ҡәләмгә ҡытлыҡ ваҡыт ине. Бер саҡ өлкән ағайым шахмат ярышында ҡатнашып, еңеүсе булды. Бүләккә буяу ҡәләмдәре биргәндәр. Унан да нығыраҡ мин шатланғанмындыр, моғайын. Рәхәтләнеп һүрәт төшөрөргә була бит хәҙер. Тик, дөрөҫ ослай белмәйенсә, һындырып, яртыһын әрәм иттем. Һүрәт төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныуым артҡандан-артты. Шуны күреп, атайым менән әсәйем һынлы сәнғәт мәктәбенә алып барҙылар ҙа инде,– тип бүлеште хәтирәләре менән Фәйзрахман Абдрахман улы.

Ҡаҙаныштары бик күп, һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Уның менән аралашыу минең өсөн бик фәһемле һәм файҙалы булды.

 

Аделина ЧЕМБАРИСОВА.

Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас