

Ә һеҙгә шул төркөмдәге бик шәп ике өләсәй – Зөләйха Рыҫҡолова менән Сәбилә Хәбибуллиналар тураһында һөйләйем әле. Улар икеһе лә ҡул эштәренә бик оҫта. Төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашалар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йөрөткән биҙәүестәрҙең бөтә төрөн дә эшләгәндәр. Үҙҙәре теккән милли кейемдәрҙе күрһәгеҙ икән! Иҫ китмәле! Төрлө осрашыуҙарға шуларҙы үҙҙәре менән күтәреп алып йөрөтәләр.
Яңыраҡ инәйҙәр «Өләсәйем һандығы» программаһы менән Өфө районы Жуков ауылындағы «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһында булып ҡайтты. Кескәйҙәр менән бергәләп йырланылар, бейенеләр. Тирмә, башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәр менән таныштырҙылар, оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр. Әйткәндәй, Зөләйха инәй ул һандыҡты үҙе эшләтеп алып, үҙе әҙерләгән хазиналар – биҙәүестәр, милли кейемдәр менән тултырған. Ҡайҙа алып барһа ла, балалар уның асылғанын дүрт күҙ менән көтөп ала. Был юлы ла шулай булды.
– Балалар ҡыҙыҡһыналар, ҡул эштәренә өйрәнергә тырышып торалар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәре бигерәк оҡшай үҙҙәренә. Уларҙы тағып, кейемдәрҙе кейеп тә ҡаранылар. Тәрбиәселәр ҙә рухлы, үҙ эштәрен, балаларҙы яратҡандары күренеп тора, – тип ҡыуанып ҡайтты өләсәйҙәр.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.