

Рәссамдар ауыл эсендә, күрше ауылдарға сығып төрлө һүрәттәр төшөрҙөләр. Улар үҙҙәре генә картиналар төшөрөп ҡалманы, беҙгә, балаларға, һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтте. Беҙгә бик ныҡ оҡшаны.
Пленэр аҙағында ауыл мәҙәниәт йортонда рәссамдарҙың һүрәттәренән торған ҙур күргәҙмә булды. Рәссамдарҙың эштәренән тыш, беҙ төшөргән һүрәттәр ҙә күргәҙмәлә урын алды.
Уҡыусыларға ла, ауыл халҡына ла һүрәттәр бик оҡшаны, сөнки рәссамдар үҙҙәренең һүрәттәрендә ауылыбыҙҙың төрлө ерҙәрен сағылдырған ине.
Диана ТЕЛӘҮСИНА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы.