

Майҙандағы байрам кәйефе ҡояштан да нығыраҡ ҡайнар булғандыр. Әлшәй районы ҡул оҫталарының иҫ китмәле эштәренә һоҡланып туя алманыҡ. Балалар өсөн дә төрлө батуттар ҡоролған, улар рәхәтләнеп күңел асты.
Беҙ ҙә әсәйем менән байрам ҡарап, матур-матур фотоларға төшөп, өйгә шатланып ҡайтып индек. Йәйҙең һәр көнө ошондай сағыу һәм онотолмаҫлыҡ булһын!
Сафия ХИСМӘТУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы, 94-се лицей.