

Мәктәптәге педагогик хеҙмәт стажы утыҙ йылдан артҡан, әммә уға ҡараһаң, һәр ваҡыт йәп-йәш, дәртле һәм гел йылмайып ҡына тора. Синыфыбыҙға килеп инһә, ниндәйҙер серле, гүзәл мөғжизә башлана! Беҙ бөтә донъябыҙҙы онотоп, ауыҙыбыҙҙы асып, уны тыңлайбыҙ.
Әлиә Марс ҡыҙы беҙҙе бер йыл ғына уҡытты, әммә мин ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уның менән бергә бихисап конкурстарҙа ҡатнашып өлгөрҙөм! Ул һәр ҡайһыбыҙҙың кескәй генә талантын күрә белә, гел маҡтап, яңы үрҙәргә ҡеүәтләп тора. Уның менән бергә бейеклектәрҙе яулауы шундай еңел һәм ҡыҙыҡлы! Беҙгә телде генә өйрәтеп ҡалмай, ә үҙебеҙҙең башҡорт булыуыбыҙ менән ғорурланырға ла өйрәтә ул.
Ә беләһегеҙме, беҙҙең Әлиә апай — ысын яҙыусы ла бит әле! Уның мауыҡтырғыс хикәйәләрен гәзит-журналдарҙан ҡысҡырып уҡыйбыҙ. БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Иҙел башы» яҙыусылар ойошмаһын етәкләй һәм яңы яҙа башлаған йәш таланттарға үҙ юлын табырға ярҙам итә.
Тағы ла уның «Елмерҙәк» халыҡ театрында нисек итеп сәхнәлә уйнағанын күрһәгеҙ икән!? Ысын сәхнә йондоҙо, тиерһең! Беҙ уға ҡарап һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Ул беҙгә туған телдең ябай аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә ысын рухланыу сығанағы икәнлеген үҙ өлгөһөндә иҫбатлай.
Әлиә Марс ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Әммә мин шәхсән уның тағы ла юғарыраҡ дәүләт наградаларына һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуын теләйем. Сөнки фиҙакәр хеҙмәт юлы һәм бай тәжрибәһе быға күптән лайыҡ, тип һанайым.
Ошо йәмле йәй айында яратҡан уҡытыусыбыҙ Әлиә Марс ҡыҙының тыуған көнө! Уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, гел шулай йылмайып, матур булып йөрөүен, яңы илһам ҡанаттары һәм сикһеҙ бәхет теләйем. Йөрәгендәге туған телгә булған оло һөйөү ялҡыны беҙҙе, йәш быуынды, артабан да йылытып һәм яңы еңеүҙәргә әйҙәп торһон!
Зөлхизә ЙОСОПОВА,
Белорет районы,
Инйәрҙәге 2-се мәктәп.