+24 °С
Облачно
VKOKМакс

Хаттарҙа - күңел йылыһы

Лицей FM» радиоһында эшебеҙҙе төрлө йүнәлештә ойошторорға тырышабыҙ.

Хаттарҙа - күңел йылыһыХаттарҙа - күңел йылыһы
Хаттарҙа - күңел йылыһы

 Күптән түгел әүҙем уҡыусыларым менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға Рәхмәт хаттары яҙҙыҡ.

Уларҙың авторҙары – Тимур Хәбиров, Ирина Хөрмәтуллина, Айзат Зәкәриев, Әлмир Шәрипов, Аделия Фәррәхова, Нурислам Ялалов, Ансар Ризуанов, Рәйлә Рамазанова. Беҙ бөтә 9 хаттың да яҡлаусыларыбыҙға барып етеүенә бик шатбыҙ. Яугирҙарҙың был хаттарҙы ҡысҡырып уҡыған һәм беҙгә сәләм еткергән видеояҙмаларын ҙур тулҡынланыу һәм рәхмәт тойғоһо менән ҡараныҡ. «Изге теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә уҡыуҙа уңыштар теләйбеҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, Тыуған илебеҙҙе яратығыҙ!» – тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты районыбыҙ яугирҙары. Мин был хаттарҙың береһен дә үҙгәртмәнем, төҙәтмәнем. Һәр береһенең – үҙ стиле, һәр хатта – күңел йылыһы, балалар йөрәге киҫәге. Үҙем дә улар менән бергә ултырып яҙҙым. Был хаттарҙан ҡайһы бер юлдарҙы тәҡдим итәм:

«Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле һалдаттар! Был

хатты яҙып, беҙҙе яҡлағанығыҙ өсөн ҙур

рәхмәт әйтергә теләйем! Мин һеҙҙең менән

ғорурланам!» (Ирина Хөрмәтуллина).

«…Һинең ышаныслы тылың бар, һинең

характерың менән ғорурланам. Һин яңғыҙ

түгел – беҙҙең бөтә ҙур илебеҙ һинең ме

нән…» (Тимур Хәбиров).

«Мин һине бер ҡасан да күрмәһәм дә,

һине ҡыйыу итеп күҙ алдына килтерәм...

Һинең кеүек көслө булырға теләйем!

Ҡәҙерле һалдат! Зинһар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Еңеү менән ҡайтығыҙ!» – (Айзат Зәкә

риев).

«…Һин тере һәм сәләмәт ҡайтырһың,

тип өмөтләнәм. Минең дә ағайым Тыуған

илебеҙҙе яҡларға китте. Минең өсөн ул –

батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө, ысын

хәстәрлекле ағай өлгөһө булып ҡаласаҡ.

Уның менән башҡаса осраша алмаясағым

ды беләм. Һәм миңә был бик ҡыйын...

Ағайыма мәңгелек дан!» (Нурислам Яла

лов).

«…Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙҙең күк

йөҙө тыныс, мәктәпкә йөрөйбөҙ, футбол

менән шөғөлләнәбеҙ...»(Ансар Ризуанов).

«…Лицейҙа беҙгә геройҙар тураһында

йыш һөйләйҙәр. Ҡояшҡа шатланып, дуҫ

тарым менән уйнағаным өсөн рәхмәт...»

(Аделия Фәррәхова).

«…Ҡәҙерле һалдат! Мин һиңә тағы ла

яҙырмын...»(Әлмир Шәрипов).

Рәйлә Рамазанова бик матур һүрәт тө

шөрөп: «Мин һинең портретыңды эшләнем

һәм уны хат менән ебәрәм», – тип яҙҙы.

Ҡәҙерле яугирҙар! Был хаттар күңелдәрегеҙҙе йылытһын, көс бирһен һәм һеҙҙе яуызлыҡтан һаҡлаһын! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,

башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Илеш районы,

Түбәнге Йәркәй лицейы.

Хаттарҙа - күңел йылыһы
Хаттарҙа - күңел йылыһы
Хаттарҙа - күңел йылыһы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас