+12 °С
Облачно
VKOKМакс

Боронғо серҙәр эҙенән

Өфөнөң 30-сы моделле балалар китап хана һында «Китап аҡланы – 2026» ижад майҙансығында ҡыҙыҡлы «экспедиция» үтте.

Боронғо серҙәр эҙенәнБоронғо серҙәр эҙенән
Боронғо серҙәр эҙенән

Унда уҡыусылар ваҡытлыса миллион йылдар элекке осорға күсеп, үҙҙәрен боронғо заманды өйрәнеүселәр итеп хис итте. Бөтәһе лә палеонтология тураһында һүҙҙән башланды. Ул – Ерҙең таш быуат осорондағы үҫемлек һәм хайуандарҙы өйрәнә торған фән. Әммә иң ҡыҙығы алда булды: китапханасылар балаларға ҡала тарихы менән планетаның боронғо йылъяҙмаһының нисек тығыҙ бәйләнгәнлеген күрһәтте. Өфөнөң хәҙерге урамдары урынында элек диңгеҙ тулҡынланғаны, ә унан һуң был ерҙәрҙә көслө динозаврҙар йөрөгәне тураһында һөйләнеләр. Йәш тикшеренеүселәр тыңлап ҡына ҡалманы — улар бәхәсләште, һорауҙар бирҙе. Мәҫәлән, оҙон муйынлы диплодок стегозаврҙан нисек айырыла? Кулиндадромей ни өсөн иң тәүге ҡауырһынлы динозаврҙарҙың береһе тип иҫәпләнә?

Артабан уҡыусылар теориянан тикшеренеү эшенә күсте. Улар археолог һөнәре менән танышты: табыштар менән эшләү ни тиклем сабырлыҡ һәм төплө белем талап иткәнен белделәр. Шунан ҡулдарына эш ҡоралдары алып үҙҙәре лә импровизацияланған ҡаҙыу урынына «юл тотто». Бында бөтәһе ысын кеүек булды: һәр ҡатламды аҡрын ғына таҙарттылар, «боронғо» ҡабырсаҡтарҙы, һәр табылған нәмәне һүрәтләп, ҡыҫҡаса тасуирланылар. Күптәр өсөн фәнни эш менән тәүге тапҡыр танышыу һәм илһамландырғыс тәжрибә ине был. Боронғо мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт һәр кем өсөн ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булды.

 

Роза МАРКИНА, Елена КОТОВА.

Өфө ҡалаһы. Евгения АҠБАШЕВА фотолары.

Боронғо серҙәр эҙенән
Боронғо серҙәр эҙенән
Боронғо серҙәр эҙенән
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас