

Ә беҙҙең мәктәптә яңы уҡыу йылы алдынан һәр саҡ шатлыҡлы ваҡиғалар булып тора. Дуҫтар, мәктәбебеҙҙе күрһәгеҙ икән, бында ысын мөғжизә башланған!
«Реаль эштәр» программаһы буйынса беҙҙең интернат ятағында һоҡланғыс яңы евротәҙрәләр ҡуйғандар. Бүлмәләр шундай ҙур, яҡты һәм өйҙәге кеүек уңайлы булып киткән. Елдәр иҫһә лә, ҡышҡы һыуыҡтар килһә лә, интернатта йәшәгән дуҫтарыбыҙға хәҙер һис кенә лә һалҡын булмаясаҡ.
Директорыбыҙ Рафил Нурмөхәмәт улы Иҙрисов һәр тәҙрәнең оҫта ҡуйылыуын, яңы уҡыу йылына мәктәп әҙерлеген үҙе йөрөп тикшерә!
Ул мәктәбебеҙҙең һәр мөйөшөн, һәр бүлмәһен, һәр уҡыусыға ҡарашты ла биш бармағы кеүек ятҡа белә.
Беҙҙең мәктәп — ул беҙгә белем биреүсе генә түгел, ә ысын ҙур, татыу ғаилә! Мәктәбебеҙ яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер, барлыҡ шарттар тыуҙырылған, ә беҙгә — тик яҡшы итеп уҡырға ғына ҡала!
Зөлхизә ЙОСОПОВА,
Белорет районы,
Инйәрҙәге 2-се мәктәп.