

Тырыш ҡыҙ уҡырға, яҙырға күптән өйрәнгән дә инде. Йәйге ялында Ауырғазы районы Мораҙым һәм Ғафури районы Юлыҡ ауылдарындағы олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡта булды. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә, һыу инергә ярата. Ихлас ҡыҙ ҡайҙа барһа ла дуҫтар таба.
Гәлсәр “Ҡояшҡай” халыҡ бейеү театр-студияһында шөғөлләнә. Балалар баҡсаһында вокал, бейеү аэробикаһы түңәрәктәренә йөрөгән. Бындай шәп ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмаҫ, уңыштары менән һөйөндөрөп торор әле.
Р. УРМАНШИНА.