+15 °С
Ясно
VKOKМакс

Халыҡтың мәңгелеге - уның телендә

8 сентябрҙә Рәсәй халыҡтары телдәре көнө билдәләнде. Был дата осраҡлы һайланмаған: ул күренекле Дағстан шағиры һәм публицисы Расул Ғамзатовтың тыуған көнөнә бәйләп һайланған. Яҙыусы үҙенең туған теле тип ике телде - авар һәм урыҫ телдәрен һанаған. Авар телендә ул шиғырҙарын ижад иткән, ә урыҫсаса тәржемәләр арҡаһында уның ижады бөтә илдең мөлкәтенә әүерелгән.

Халыҡтың мәңгелеге - уның телендәХалыҡтың мәңгелеге - уның телендә
Халыҡтың мәңгелеге - уның телендә

Өфө ҡалаһының 30-сы моделле балалар китапханаһында байрам хөрмәтенә «Халыҡтың мәңгелеге - уның телендә» тип аталған танып белеү программаһы үтте. Уның ҡатнашыусылары йәш уҡыусылар булды. Улар өсөн Рәсәй телдәренең күп төрлөлөгө менән осрашыу Владивостоктан Калининградҡа тиклем, йөҙләгән диалекттар һәм традициялар аша ысын сәйәхәткә әүерелде.
Балалар телдәр тураһындағы хикәйәттәрҙе тыңлап ҡына ҡалманы, уларҙа һөйләшеп тә ҡараны: башҡорт, татар, мари, сыуаш һәм башҡа телдәрҙә сәләмләүҙәр үҙләштерҙе. «Һаумыһығыҙ» һәм «рәхим итегеҙ» кеүек ябай һүҙҙәр халыҡтар араһындағы дуҫлыҡтың бәләкәй күперҙәре булып яңғыраны.
Программаға Расул Ғамзатов ижады менән танышыу ҙа индерелгәйне. Китапханасылар менән бергә балалар уның яҡын дуҫы - башҡорт шағиры Мостай Кәримде лә иҫкә алды. Уларҙың дуҫлығы 1947 йылда Беренсе Бөтә Союз йәш яҙыусылар кәңәшмәһендә башланған һәм тиҫтә йылдар буйы дауам иткән.
Осрашыу һүҙлектәр менән мауыҡтырғыс уйын менән тамамланды. Ҡатнашыусылар командаларға бүленеп, ысын лингвистик мажараға юлланды: һүҙҙәрҙең башҡортса тәржемәһен эҙләне, буш күҙәнәктәргә хәрефтәр яҙҙы. Был уйында еңелгәндәр булманы: һәр кем үҙе өсөн яңы нәмә асты, телдәрҙе өйрәнеү һәм башҡа мәҙәниәттәрҙе танып белеүҙең ниндәй ҡыҙыҡлы икәнен аңланы.
Бындай саралар тел - халыҡтың тере хәтере, уның тарихы икәнен иҫкә төшөрә. Ә беҙ туған телебеҙҙә һөйләшкән, уҡыған, өйрәнгән һәм ҡәҙерләгән осраҡта мәҙәниәт йәшәүен дауам итә.



Роза МАРКИНА, Евгения АҠБАШЕВА.
Елена КОТОВА фотолары.

Өфө ҡалаһы.

Халыҡтың мәңгелеге - уның телендә
Халыҡтың мәңгелеге - уның телендә
Халыҡтың мәңгелеге - уның телендә
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас