+23 °С
Облачно
VKOKМакс

Матур саралар үтте

Бөгөн республикабыҙҙа матур байрам. Ул төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың бай һәм матур мәҙәниәтен иҫкә төшөрә. Милли кейемдәр – кейем генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы ул.

Матур саралар үттеМатур саралар үтте
Матур саралар үтте

Өфө ҡалаһының 161-се лицейында аҙна дауамында был сараға арналған дәрестәр, уйындар һәм флешмоб ойошторолдо. Матур традицияға әүрелгән байрамды лицейҙың уҡыусылары һәм уҡытыусылары һәр ваҡыт көтөп ала.

Синыф сәғәттәрендә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар төрлө милләттәрҙең милли кейем өлгөләре менән танышты, милли биҙәктәрҙең серҙәрен асты. Ә инде бөгөн ҡыҙҙар һәм малайҙар "Мин милли кейемдә уҡыйым" флешмобына ихлас ҡушылып, белем усағына матур, сағыу милли кейемдәрҙә килде. 

Минеңсә, бындай сараларҙы ойоштороу бик әһәмиәтле. Сөнки ул балаларҙың күңелендә бәләкәйҙән үҙ халҡыңа, илеңә, телеңә ҡарата һөйөү тойғолары уята, илһөйәрлек, рух тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

Ләйсән ИЛЬЯСОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Өфө ҡалаһы, 161-се лицей.

Фотола Өфө ҡалаһының 161-се лицей уҡыусылары.

Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас