+15 °С
Ясно
VKOKМакс

Ғорурлыҡ менән кейәйек, тағайыҡ!

Салауат ҡалаһының 42-се балалар баҡсаһында ла  Милли кейем көнө айырыуса сағыу үткән.

Ғорурлыҡ менән кейәйек, тағайыҡ!Ғорурлыҡ менән кейәйек, тағайыҡ!
Ғорурлыҡ менән кейәйек, тағайыҡ!

Республикала йылына ике тапҡыр булған Милли кейем көнө барыһына ла оҡшай һәм берҙәм уҙа. Күптәр тап ошо көндө кейергә тип милли кейем, биҙәүес өлгөләрен алдан хәстәрләп ҡуя. 42-се балалар баҡсаһында ла төрлө милләт балалары үҙҙәренең милли кейемдәрендә килгән.


“Әберкәле күлдәктәрҙә, сарафандарҙа килгән ҡыҙҙарҙы, картузлы, сапанлы малайҙы күреүе күңелле ине. Улар бер-береһенең кейемдәрен ентекләп ҡараны, нимә икәнлеген һораштылар. Бигерәк тә, ҡыҙҙарға ҡалпаҡтар, таҡыя, түшелдеректәр ҡыҙыҡ булды. Бер-береһенекен кейеп, тағып ҡаранылар. Тәрбиәселәр ҙә үҙ сиратында был байрамдан ситтә ҡалманыҡ. Стилләштерелгән төрлө халыҡтың милли кейемдәре менән баҡсаға йөрөүселәрҙе ҡаршы алдыҡ. Һуңынан был көндөң әһәмиәте, Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың берҙәмлеге тураһында һөйләнек. Бер-береңә ҡарата ихтирам да тап башҡаларҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу аша барлыҡҡа килгәнлеген әйттек”, - ти тәрбиәсе Рәйлә Кәшфулла ҡыҙы Латипова.

Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тиҙәр. Стилләштерелгән милли кейем, биҙәүес өлгөләрен көндәлек тормошта ла ҡулланһаҡ, кем икәнлегебеҙ әллә ҡайҙан күренеп, беленеп торор. Ғорурлыҡ менән кейәйек, тағайыҡ!


Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Ғорурлыҡ менән кейәйек, тағайыҡ!
Ғорурлыҡ менән кейәйек, тағайыҡ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас