+15 °С
Дождь
VKOKМакс

Татыулыҡҡа ни етә!

Өфө ҡалаһының 22-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә Милли кейем көнөнә арналған республика акцияһына ҡушылды. Китапханасылар 18-се мәктәптең I синыф уҡыусылары өсөн "Халыҡ кейеме" тигән мауыҡтырғыс этнографик сара үткәрҙе. Ул йолалар һәм мәҙәниәт донъяһына ысын сәйәхәт булды.

Татыулыҡҡа ни етә!Татыулыҡҡа ни етә!
Татыулыҡҡа ни етә!

Башта китапханасылар уҡыусыларға китаптар, сағыу иллюстрациялар, милли биҙәүестәр ҡуйылған бай күргәҙмә тәҡдим итте. Улар Башҡортостанда быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәренең – башҡорттарҙың, урыҫтарҙың, татарҙарҙың, сыуаштарҙың, мариҙарҙың һәм башҡаларҙың татыу йәшәүе хаҡында һөйләне.

Милли кейем ябай сепрәк кенә түгел. Халыҡтың данлы үткәнен, оло тарихын күрһәткән дәлил дә ул. Балалар осрашыуҙа төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре менән танышты: мәҫәлән, башҡорт селтәре, татар ҡалфағы, урыҫ сарафаны. Ҡыҙҙар һәм малайҙар кейемдәге ҡабатланмаҫ биҙәктәрҙең мәғәнәһенә төшөндөләр, тәңкәле биҙәүестәрҙе тотоп ҡаранылар. Сара бик күңелле үтте.

 

Әлиә НИҒМӘТУЛЛИНА,

22-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре.

Өфө ҡалаһы.

 

Татыулыҡҡа ни етә!
Татыулыҡҡа ни етә!
Татыулыҡҡа ни етә!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас