

Белмәҫбикә (китапханасы Нәзилә Байғужина) Әбделкәрим балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән Башҡорт китабы иленә сәйәхәт ҡылды. Тик ул күп кенә нәмәне белмәгәнгә күрә балаларға төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, уйындар аша белемгә ынтылды. Бер китапты асҡайны, уҡый белмәй икән, ә уҡыр өсөн хәрефтәр өйрәнергә кәрәк, шуның өсөн дә иң тәүҙә саф башҡорт телендәге Ө, Ү хәрефтәрендә туҡтанылар, ул хәрефтәргә ниндәй һүҙҙәр бар икәнен белделәр, бармаҡтары менән һауала яҙылышын ҡабатланылар. Төрлө йорт хайуандары кеүек мөңөрләнеләр, мыяуланылар. Һуңынан физзарядка яһанылар, түңәрәккә тороп "Бесәй менән сысҡан" уйынын уйнанылар, аҙаҡтан "Тамыр" ансамбле йырҙарына бейенеләр, китапхана буйлап китап, журналдар ҡаранылар.
Белмәҫбикә сағыу көҙҙө ярата икән, шуға ла ҡыуанып балалар менән шул мәл хаҡында һөйләште. Ағастар төрлө төҫкә әйләнгәнгә һоҡландылар, ниндәй ағастар бар икәнен барланылар. Тәрбиәсе Зөлфиә Муса ҡыҙы кескәйҙәргә МХО хеҙмәт иткән беҙҙең ауыл яугирҙары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында һөйләне. Барыһына ла күңелле байрам бик оҡшаны.