

Күргәҙмәнең темаһы — «Урал батыр» эпосының тамырҙарына сәйәхәт. Экспозицияла Өфө районы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең һәм ата-әсәләрҙең ҡул эштәре: һүрәттәр, аппликациялар, әүәләү эштәре, декоратив-ғәмәли ижад, шулай уҡ педагогтарҙың методик эшләнмәләре һәм декорациялар ҡуйылғайны.
Ижад һәм уйын аша беҙ балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы менән таныштырабыҙ, «Урал батыр» эпосының аҡылын һәм матурлығын асырға ярҙам итәбеҙ, тыуған яҡҡа һөйөү һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам тәрбиәләйбеҙ.
Беҙ үҙ тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға һәм Өфө районы балалар баҡсаларында балаларҙы милли мәҙәниәттең тамырҙарына иң бәләкәй йәштән нисек яҡынлаштырыуҙарын күрһәтергә шатбыҙ.
Форумдың бөтә ҡатнашыусыларына һөҙөмтәле эш, яңы идеялар һәм профессиональ уңыштар теләйбеҙ!
Илизә ИМАШЕВА.