+17 °С
Ясно
VKOKМакс

Көҙгө изгелек йәрминкәһендә

Көҙ — тәбиғәттең алтын суҡтарын таҡҡан, ер-әсәнең мул уңышын барлаған иң бай осоро.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көҙгө изгелек йәрминкәһендәКөҙгө изгелек йәрминкәһендә
Көҙгө изгелек йәрминкәһендә

Ошо күркәм миҙгелдә Белорет районы 2-се Инйәр мәктәбендә гөрләп уҙған сираттағы «Көҙгө изгелек йәрминкәһе» уҡыусыларға ла, ололарға ла онотолмаҫлыҡ сағыу тәьҫораттар, күтәренке кәйеф һәм изге ғәмәлдәр бүләк итте.

Был көндө  мәктәп коллективы, уңған ата-әсәләр һәм һәр класс уҡыусылары берҙәм төҫ алып, яу яланында Тыуған ил именлеген һаҡлаусы яугирҙарға хәйриә ярҙамы туплауға үҙ өлөшөн индерҙе. Өҫтәлдәрҙәге мул уңыш — еләк-емеш, ҡайнатмалар, милли ҡамыр аштары һәм ҡул эштәре — барыһы ла уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең оло тырышлығы менән әҙерләнгән. Сауҙа рәттәрендә һәр кем изге эшкә өлөш индерергә ынтылды, сөнки тылдағы һәр изгелек яу яланындағы һалдаттарға йөрәк йылыһы, рухи терәк булып барып етә.

Ошо матур, ихлас һәм байрамса сараны мәктәп тормошонда ғына ҡалдырмай, тарих биттәренә теркәү маҡсатында мәктәптең «Һомай» медиастудияһының йәш ижадсылары махсус видеорепортаж әҙерләне.

Йәш хәбәрселәр йәрминкә барышында уҡыусылар, уҡытыусылар һәм килгән ҡунаҡтар менән йәнле әңгәмә ҡорҙо, хәйриә сараһының мәғәнәһен асып бирҙе. Ошондай саралар балаларҙы берләштерә, уларҙы эшһөйәрлеккә, миһырбанлыҡҡа һәм Ватанға ҡарата оло һөйөүгә өйрәтә.

Берҙәм булғанда ғына беҙ — еңелмәҫ көс!
Йәш медиа хәбәрселәребеҙгә яңы ижади үрҙәр, ә изге йөрәкле уҡыусыларыбыҙға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.


Жасмин ИСМӘҒИЛЕВА,

Х синыф уҡыусыһы.

Белорет районы,
Инйәрҙәге 2-се мәктәп. 

Көҙгө изгелек йәрминкәһендә
Көҙгө изгелек йәрминкәһендә
Көҙгө изгелек йәрминкәһендә
Көҙгө изгелек йәрминкәһендә
Көҙгө изгелек йәрминкәһендә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас