-3 °С
Облачно
VKOKМакс

"Балта" коворкинг үҙәгендә

Һәр кеше үҙенең киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағы тураһында уйлана. Кемдер табип, кемдер уҡытыусы, инженер йәки программист булырға теләй. Ә бит ниндәй һөнәрҙең үҙеңә яҡын икәнен аңлар өсөн уның тураһында ишетеп белеү генә етмәй, ә эш барышын үҙ күҙҙәрең менән күрергә, белгестәр менән аралашырға, хатта үҙең эшләп ҡарарға кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Балта" коворкинг үҙәгендә"Балта" коворкинг үҙәгендә
"Балта" коворкинг үҙәгендә

Беҙ яңыраҡ синыфыбыҙ менән «Балта» коворкинг үҙәгенә бар­ҙыҡ. Унда бик йылы ҡаршы алдылар. Осрашыуҙың тәүге өлөшөндә Рәмил Сәғәҙәт улы Билалов беҙҙе ағасты эшкәртеү сер­ҙәре менән таныштырҙы. Ул төрлө эш ҡоралдарын күрһәтте һәм уларҙың һәр береһенең ниндәй маҡсатта ҡулланылыуын аңлатты. Ҡайһы бер эш ҡоралдарын беренсе тапҡыр күрҙек, шуға күрә һәр беребеҙҙең уларҙы тотоп, эшләп ҡарағыбыҙ килде. Рәмил Сәғәҙәт улы ағастың төр­ҙәре тураһында ла ентекләп һөйләне. Эш башлар алдынан материалды яҡшы белеү, кәрәкле ҡоралды дөрөҫ һайлау һәм хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим икәнен дә аңланыҡ. Беҙ оҫтаны эш барышында ҡы­ҙыҡ­һынып күҙәттек. Уның һәр хәрәкәте уйланыл­ған, теүәл һәм һаҡ булды. Беҙгә ҡай­һы бер эш ҡоралдары менән эшләп ҡарау мөмкинлеге тейҙе. Әлбиттә, барыбыҙ ҙа башта бер аҙ тулҡынландыҡ. Әммә Рәмил Сәғәҙәт улы һәр эште нисек дөрөҫ баш­ҡарыр­ға кәрәклеген аңлатып, ярҙам итеп торҙо. Үҙеңә эш ҡоралын һайлап, нимәгә һәләтле икәнеңде һынау бөтөнләй икенсе төрлө тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Был көндө беҙ ағас менән эшләүҙең ябай ғына ҡул хеҙмәте түгел, ә үҙенә күрә бер сәнғәт булыуын аңланыҡ. Бында оҫталыҡ менән бер рәттән ижади фекерләү, түҙемлек, иғтибарлылыҡ һәм яуаплылыҡ та кәрәк.
Осрашыуҙың икенсе өлөшө ҡыҙҙар өсөн махсус ойошторолдо. Беҙҙе матурлыҡ һәм үҙ-үҙеңде ҡарау тураһында файҙалы оҫталыҡ дәресе көтә ине. Зәлифә Рим ҡыҙы Билалова ҡыҙҙарға тырнаҡтарҙы дөрөҫ тәрбиәләү һәм ҡулдарҙы матур итеп ҡарау тураһында һөйләне. Көндәлек тормошта беҙ ҡайһы бер нәмәләргә артыҡ иғтибар итмәйбеҙ. Ә бит ҡулдарҙың таҙалығы һәм тәрбиәле булыуы кеше һаулығы өсөн мөһим. Зәлифә апай тырнаҡтар­ҙы дөрөҫ тәрбиәләүҙең төп ҡағиҙәләрен аңлатты, кәңәштәрен бирҙе.
Елена Владимировна Долматованың оҫталыҡ дәресе лә беҙгә оҡшаны. Ул төрлө ябай, әммә матур причёскалар эшләү алымдарын күрһәтте. Беҙ уның эшен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәттек.
Мин үҙем айырыуса косметолог Лилиә Хәлит ҡыҙы Ғәниева менән осрашыуҙы көтөп алдым. Ул бит тиреһен дөрөҫ тәрбиәләү тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Һәр кешенең тиреһе төрлө булыуын, шуға ла косметика һайлағанда башҡаларға ҡарап түгел, ә үҙ тиреңдең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәклеген аңлатты.
Ошондай осрашыуҙарҙың әһәмиәте бик ҙур, тигән фекерҙәмен. Сөнки төрлө һөнәрҙәр тураһында китаптарҙан уҡып белеү, интернеттан мәғлүмәт алыу ғына аҙ, ә шул һөнәрҙәрҙе башҡарған кешеләр менән шәхсән аралашыу күпкә файҙалыраҡ. Ул һөнәрҙе яҡшыраҡ аңларға, үҙенсәлектәрен күрергә мөмкинлек бирә. Ә был үҙ сиратында киләсәктә һөнәр һайлағанда бик файҙалы буласаҡ. Беҙ әлегә VI синыфта ғына уҡыһаҡ та,киләсәк тура­һында уйлана башларға тейешбеҙ. Сөнки һөнәр һайлау ҙур яуаплылыҡ талап итә. Уға бәләкәйҙән әҙерләнеү мөһим. Шуны ла оноторға ярамай: ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да, уңыш­ҡа өлгәшеү өсөн хеҙмәт яратырға, тырышырға, яңылыҡҡа ынтылырға һәм һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк.
Фәһемле осрашыу күңелле сюрприз менән тамамланды. «Балта» коворкинг үҙәген етәкләгән Билаловтар ғаиләһе һәр беребеҙгә тәмлекәстәр һәм иҫтәлекле сувенирҙар әҙерләгәйне.Ә был күңелдәрҙе тағы ла күтәреп ебәрҙе.
Гәзит аша барлыҡ ойоштороу­сыларға, осрашыуҙа ҡатнашҡан ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә.
Был көн беҙҙең хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр. Беҙ яңы белем генә алып ҡалманыҡ, ә төрлө һөнәр­ҙәрҙең артында ҙур хеҙмәт, оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ ятҡанын да аңланыҡ. Киләсәктә һәр беребеҙ үҙенә оҡшаған һөнәрҙе һайлап, үҙ эшенең оҫтаһы булыр әле!


Айһылыу НУРАЕВА,
VI «А» синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылындағы
3-сө күп профилле полилингваль мәктәп.

"Балта" коворкинг үҙәгендә
"Балта" коворкинг үҙәгендә
"Балта" коворкинг үҙәгендә
"Балта" коворкинг үҙәгендә
"Балта" коворкинг үҙәгендә
"Балта" коворкинг үҙәгендә
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас