+9 °С
Облачно
VKOKМакс

Шәрифә тауына мендек

Беҙ, ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусы М.А Ямғырсина менән берлектә VII  синыф уҡыусыларына матур сәйәхәт ойошторҙоҡ. Ауылыбыҙ эргәһендә генә урынлашҡан Шәрифә тауына мендек. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Шәрифә тауына мендекШәрифә тауына мендек
Шәрифә тауына мендек

Егеттәр менән тауға күтәрелгәс, тыуған төйәгебеҙҙең гүзәлләгенә хайран ҡалып, тирә-яҡты күҙәттек.Тау башынан ауылыбыҙ ус эсендә ятҡан һымаҡ ҡына күренә,  йәнтөйәгебеҙҙең хозурлығы булған Олотау, Ҡыҙыл таш, Аҡбейек тауҙарына  һоҡланғыс күренеш асыла. Иҫ китерлек матур тәбиғәтле ерҙә йәшәйбеҙ бит! Ҡәҙерен генә белергә кәрәк!

Уҡыусыларға был ҡаяларға ниңә шундай исемдәр бирелеүе тураһында һөйләнек, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтенә ҡағылған төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлештек.

Етенселәр сәйәхәттән бик ҡәнәғәт ҡалды. Бәләкәй Ватаныбыҙҙы яҡшы белеү, тәбиғәтебеҙҙе яратыу, уны һаҡлау, ҡәҙерләү  беҙҙең төп бурысыбыҙ икәнен аңлатыу ине маҡсатыбыҙ. Моғайын, тырышлығыбыҙ бушҡа китмәгәндер.

Илүзә МАЛИКОВА,

ауыл мәҙәниәт йортоноң ойоштороусыһы.

Бөрйән районы, Яуымбай ауылы. 

Шәрифә тауына мендек
Шәрифә тауына мендек
Шәрифә тауына мендек
Шәрифә тауына мендек
Шәрифә тауына мендек
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас