+7 °С
Облачно
VKOKМакс

Линар яҡындарын ҡотлай

Булгаков ауылының "Ете төҫлө сәскә" балалар баҡсаһының "Әкиәт" кесе төркөмөнә йөрөүсе Линар Туймаҡаев олатаһы менән өләсәһен ныҡ ярата.

Добавить в предпочтительные источники Google
Линар яҡындарын ҡотлайЛинар яҡындарын ҡотлай
Линар яҡындарын ҡотлай

Улар Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында йәшәй. 3 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, 7 ейән-ейәнсәрен һөйөп-яратып ҡына торалар. Өләсәһе Рәмзиә Ғимаҙислам ҡыҙы 38 йыл балалар баҡсаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.

Ейәне яратҡан кешеләрен – Халыҡ-ара ололар көнө, ә өләсәһен тағы ла һөнәри байрамы – Тәрбиәселәр көнө менән дә ихлас ҡотлай. Уларға иң мөһиме һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле көндәр теләй.

 

Вәсилә АҘНАБАЕВА, Рүзинә ЛОГИНОВА, тәрбиәселәр.

Өфө районы.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас