Ул ғүмере буйы колхозда һауынсы булып эшләгән. Оло олатайыбыҙ менән дүрт ҡыҙ һәм бер ул үҫтергәндәр. Һәр береһе матур ғаилә ҡорған, күптәре хәҙер үҙҙәре өләсәй булды.
Шәмсинур оло өләсәйебеҙҙең 10 ейән-ейәнсәре һәм 8 бүлә-бүләсәре бар. Барыбыҙ ҙа уны яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Ял, байрам көндәрендә ауылға ҡайтһаҡ, уның янына ашығабыҙ. Үҙе лә беҙҙе һағынып көтөп тора, тәмлекәстәр менән һыйлай. Беҙгә бала сағындағы төрлө иҫтәлектәрен һөйләй, аҡыллы кәңәштәрен бирә.
Оло өләсәйемдең һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшәүен теләйем.
Самира КИРӘЕВА,
V «Л» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
161-се лицей.