+5 °С
Облачно
VKOKМакс

Гран-при – беҙҙең синыфта

Гимназиябыҙҙа көҙгө йәрминкә уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Гран-при – беҙҙең синыфтаГран-при – беҙҙең синыфта
Гран-при – беҙҙең синыфта

Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналды ул. Беҙҙең V «В» – яңы тупланған синыф. Быйылдан бергә уҡыйбыҙ. Шулай булһа ла, тиҙ арала дуҫлашып, төрлө сараларҙа әүҙемлек күрһәтеп өлгөрҙөк. Көҙгө йәрминкәлә лә һынатманыҡ. Уға дәррәү генә әҙерләндек. Халыҡтар берҙәмлеге йылы булғас, төрлө милләттәр асылын күрһәтергә тырыштыҡ. Ярым тирмәнең түрендә ҡорот, сәксәк кеүек башҡорт халҡының милли аштары янына былау, драник һымаҡ ризыҡтар ҡуйылды. Әлбиттә, баҡсаларыбыҙҙа үҙебеҙ үҫтергән емеш-еләк, йәшелсәләр ҙә урын алды. Ә үҙебеҙ башҡорт, белорус,татар, үзбәк, ҡырғыҙ халыҡтарының милли кейемдәрен кейеп килдек. Ҡурайсы малайҙарыбыҙ баһалама ағзаларын ҡурайҙа уйнап ҡаршы алды. Сәлимә, Зарина, Йәсминә бейеп тә күрһәтте. Беҙҙең синыф йәрминкәлә Гран при алды.
– Берҙәмлек менән көслө икәнебеҙҙе күрһәттек. Уҡыусыларыма ла, ата-әсәләргә лә рәхмәт, – тип һөйөндө синыф етәксебеҙ Рәсимә Хәмис ҡыҙы Мусина. Эйе, татыу, бер һүҙҙән булғанда конкурстарҙа үҙеңде күрһәтеүе лә, ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығыуы еңелерәк. Һәр ваҡыт шулай булып ҡалғы килә.

Алтынай УРМАНШИНА,

йәш хәбәрсе.

Өфө ҡалаһы,

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас