+2 °С
Ясно
VKOKМакс

Башҡортостан - ҡурай иле

Башҡортостан - ҡурай иле,

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан - ҡурай илеБашҡортостан - ҡурай иле
Башҡортостан - ҡурай иле

Башҡортостан - Урал ере,
Башҡортостан - ҡумыҙ теле,
Башҡортостан - ҡымыҙ сере
Башҡортостан - мәңге тере!

Бөгөн - Башҡортостан республикаһың тыуған көнө. 
Байрамды беҙҙең "Йондоҙло" балалар баҡсаһындағы "Аҡ елкәндәр" төркөмө балалары матур ҡаршылай. Йырҙар, шиғырҙар ятлап, бейеү өйрәндек. Ә ҡыҙҙар, малайҙарҙың  башҡорт милли кейемендә булыуҙары - байрамға айырым биҙәк, йәм өҫтәне. Йыр етәксеһе Рәзилә Рәхимйән ҡыҙы, тәрбиәселәр: Резеда Салауат ҡыҙы һәм Нәилә Фәнил ҡыҙы тарафынан әҙерләнгән сара бик күңелле, мауыҡтырғыс үтте. Балалар рәхәтләнеп күңел асты, йырланы, бейенеләр. Төрлө башҡорт халыҡ уйындарында ҡатнашып, үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәттәр алдылар.



Резеда МӨХӘМӘТШИНА, тәрбиәсе.
 Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас