

Үҙ илемдә туған телемдә рәхәтләнеп аралаша алауым, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп үҫеүем, милли мираҫыбыҙ булған башҡорт кейемдәрен кейеп, ҡурай моңдарын тыңлай алауым үҙе оло ҡыуаныс бит! Беҙ генә түгел, башҡа халыҡтар ҙа матур итеп дуҫ, татыу ғүмер кисерә күп милләтле республикабыҙҙа. Шуға ла Башҡортостаныбыҙҙы хаҡлы рәүештә дуҫлыҡ иле тип атарға була.
Атайсалым, етеп килгән байрамың – Республика көнө менән тәбрик итәм! Киләсәгең яҡты, халҡың бәхетле, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын!
Әлфинә ЙОСОПОВА,
VII синыф уҡыусыһы
Өфө районы,
Нуғай ауылындағы 147-се мәктәп.
Фото: magput.ru