

Ҡәҙим Әбделғәлим улы бер үҙе генә ҡайтып төшмәне. Уның менән бергә килгән Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, урынбаҫары Искәндәр Рәмил улы Хәсәновтар осрашыуыбыҙға йәм өҫтәне.
Яҡташыбыҙҙың тормош юлы менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы Рәхмәтова һәм ауыл китапханаһы мөдире Олеся Владимировна Плетнёва таныштырҙы. Ололарҙан Айһылыу Тажетдин ҡыҙы Таһирова, Фәнүзә Ғарифйән ҡыҙы Бәрәкәтова, балаларҙан Кәрим Рәхмәтов менән Бәхтийәр Шакировтар шағирҙың шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.
Был көндө ҡотлауҙар күп булды. Ауыл хакимиәте башлығы Рәзифә Ирғәли ҡыҙы Тасбулатова, мәктәп директоры Ғәлиәхмәт Әхмәтхан улы Рәхмәтов, арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың туғандары иҫтәлеккә бүләк тә тапшырҙы.
Осрашыуҙа Ҡәҙим Әбделғәлим улы үҙенең шиғырҙарын уҡыны, яңы сыҡҡан китабы менән таныштырҙы. Ҡәҙерле ҡунағыбыҙ буш ҡул менән килмәгәйне. Ул ауыл һәм мәктәп китапханаларына үҙенең китаптарын бүләк итте.
Килгән башҡа ҡунаҡтарҙың сығыштарын да йотлоғоп тыңланыҡ. Һәр кем яҙыусыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты. Осрашыу ныҡ ҡыҙыҡлы һәм ҡабатланмаҫ хәтирәләргә бай булды.
Яҡташыбыҙҙы:
– Тағы ла ҡайтығыҙ, яңынан күрешкәнгә тиклем! – тип оҙатып ҡалдыҡ.
Ҡәҙим Аралбаевтың әҫәрҙәре халҡыбыҙҙы рухлы булырға, туған телебеҙҙе, илебеҙҙе яратырға, үткәндәребеҙҙе онотмаҫҡа, бөгөнгөбөҙ өсөн борсолорға, киләсәккә өмөт менән ҡарап йәшәргә саҡыра. Халыҡ шағирына оҙон ғүмер, ғаилә бәхете һәм ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Гөлшада РӘХМӘТОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,
Яңы Ергән мәктәбе.