— Мәктәп йылдарында барыбыҙ ҙа пионер булдыҡ, беҙҙе шундай ҙур, татыу ойошма берләштереүенә ҡыуана инек. Пионер галстугын да яратып, ғорурланып таҡтыҡ.
Пионер булыу — беҙҙе тәртипкә өйрәтте, сыныҡтырҙы, тәүге тормош һынауҙарын еңеп сығырға көс бирҙе, үҙ-үҙебеҙгә ышаныс, ҡыйыулыҡ өҫтәне. Ул бәхетле йылдарҙы һәр ваҡыт һағынып хәтерләйем, — тигән ул.
Тыуған илде һөйөргә, белемле, намыҫлы, ярҙамсыл, кешелекле, кеселекле булырға, үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәргә өйрәткән, һәр эшкә әҙер булырға өндәгән был ойошма, ысынлап та, пионер булған һәр кемдең күңелендә матур бер иҫтәлек булып һаҡланалыр.
Сығанаҡ һәм фото: rbsmi.ru