+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Пионерия көнө менән!

19 май өлкәндәр өсөн Пионерия көнө булып иҫтә ҡалды. Бала саҡтың сағыу бер өлөшө булды бит ҡыҙыл гастуклы саҡтар. 19 майҙа һәр мәктәп пионер усағына йыйыла торғайны. 

Пионерия көнө менән!
Пионерия көнө менән!

III синыфта бөтә уҡыусыларҙы тантаналы йыйында пионерҙар сафына ала инеләр. Иҫке ҡағыҙ, тимер-томор тапшырыу, өлкән йәштәгеләргә тимурсылыҡ итеү, пионер йыйындары, һәр синыф бер отряд булып бүтәндәр менән ярышыу... Пионер саҡтарҙы, горн, барабан тауыштарын, онотоу мөмкинме һуң?! 

Былтыр Пионерияның 100 йыллығын билдәләнек. Илдә Балалар һәм йәштәр оойошмаһы тергеҙелде: "Беренселәр хәрәкәте" тип атала. Һәр баланы үҙенә йәлеп итеп, көслө булып ойошоп китһен ине ул. 

Бөгөн пионер булған һәр кем күңелле мәктәп йылдарын һағынып иҫкә ала. Байрам менән, дуҫтар!

Фото: yandex.

Пионерия көнө менән!
Пионерия көнө менән!
Пионерия көнө менән!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: