+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙ - тимурсылар
4 Февраль 2021, 15:55

Ишбирҙеләр, һеҙгә – "бишле"!

Баймаҡ районының Ишбирҙе мәктәбе уҡыусыларына һоҡланырлыҡ. Ҡалай маладистар! – Әлеге ваҡытта беҙҙең мәктәптә хәрби-патриотик айлыҡ бара. Ҡабул ителгән планда бик күп саралар ҡаралған. Уларҙың береһе – оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтеү.

Ошо көндәрҙә мәктәптә эшләп килгән "Тимур командаһы" тыл һәм хеҙмәт ветераны Миҙхәт олатай Иҙелбаев янында булып, йорт эштәрендә ярҙам күрһәтте. Әйтергә кәрәк, бындай ярҙам билдәле көндә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә күрһәтелә. Ярҙам һораусыларға шунда уҡ "Тимур командаһы" йүнәлә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск, мәсеттең тирә-яғы ҡарҙан таҙартылды.
Тағы ла мәктәп уҡыусылары патриотик темаға йырҙар өйрәнә, шиғырҙар конкурсы иғлан ителгән, – тип һөйләй мәктәп директоры Ләйсән Дәүләткилдина.
Гел шулай әүҙем булығыҙ, башҡаларға өлгө күрһәтеп тороғоҙ!
Фото "Һаҡмар" гәзитенән.
Читайте нас: