+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙ - тимурсылар
28 Сентябрь 2021, 12:30

Ҡыуаныслы хәбәр!

Матрай тимурсылары бик изге эш башлаған!

Ҡыуаныслы хәбәр!
Ҡыуаныслы хәбәр!

Улар өлкән быуын онота башлаған "Тимурсылар" командаһын тергеҙгән. Шәп бит!
Матрай урта мәктәбенең VI – VII  синыф уҡыусылары синыф етәкселәре менән өлкән йәштәге ауылдаштарына ҡул көсө менән ярҙам иткән.
Инәй, олатайҙарҙы ҡыуандырып, баҡса, өй тирәһендәге биләмәне сүп-сарҙан таҙартҡан, утын ярған, һыу ташыған.
Былай булғас, Матрай тимурсылары бынан ары ла изге эште ташламаҫ.Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.

Йылайыр районы.

https://aulut.ru/articles/novosti/2021-09-24/t-yuanysly-h-b-r-2520113

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: