Балалар ҡыйыҡтан төшкән ҡарҙы көрәне. Инәй ныҡ ҡыуанды. Өйгә сәйгә саҡырып, тәмлекәстәр менән һыйланы.
IV синыфтан Айсар, Ришат, Аҡъегет Роза Ғүмәрова инәйгә ярҙам итеп ҡайтҡан. Ә алтынсыла уҡыған Руфина менән Илнара Байдәүләт ауылындағы Дилара Күсәрбаева инәйҙәре янында булған. Уның ишек алдындағы ҡарҙы көрәгәндәр. Пенсионер инәй инвалид ире менән йәшәй. Улар ҡыҙҙарҙы рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалған.
Һай, уңған да инде беҙҙең ҡыҙҙар, малайҙар! Ярҙамға мохтаждарҙы шулай ҡыуандырып торалар.
Земфира АҠБУТИНА, уҡытыусы.
Ейәнсура районы,
Ибрай мәктәбе.