-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙ - тимурсылар
16 Сентябрь 2025, 12:52

Ветеранды ҡыуандырҙыҡ

Матур йолабыҙ бар. Быйыл да 1 сентябрҙә хаҡлы ялдағы уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотлау булды. Мин үҙемдең һигеҙенселәр менән Рәсимә Ильяс ҡыҙы Саяпова янына барҙым. Ул оҙаҡ йылдар урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡайны.

Ветеранды ҡыуандырҙыҡ
Ветеранды ҡыуандырҙыҡ

Беҙҙе күргәс, Рәсимә апай бик шатланды, ихлас ҡаршы алды. Һөйләп һүҙҙәре бөтмәне.
Балалар шунда уҡ эшкә тотондо. Илвина, Милена, Даша, Илвир, Артур, Динис уның баҡсаһын «һә» тигәнсе таҙартып, йыйыштырып та ҡуйҙы. Уҡыусыларымдың тырышып эшләүен күреп, ветеран-уҡытыусы ныҡ ҡыуанды. Балаларҙы картуф, алма бәлеше менән һыйланы.
Ул беҙҙе рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалды.

Лилиә ҠАШҠАРОВА, синыф етәксеһе.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.

Ветеранды ҡыуандырҙыҡ
Ветеранды ҡыуандырҙыҡ
Ветеранды ҡыуандырҙыҡ
Ветеранды ҡыуандырҙыҡ
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас