Яугирҙың әсәһе уҡыусыларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, сәй эсереп, уларҙың уҡыуы һәм мәктәп тормошо менән ҡыҙыҡһынған.
Велера Әхмәтдин ҡыҙы Динис мәрхүмдең уҡыусы саҡтарын иҫләп, шуҡлыҡтарын һөйләп, матур хәтирәләр менән уртаҡлашҡан.
Уҡыусылар йорт тирәһендә утын өйөшөп, яугир әсәһен ҡыуандырып өйҙәренә таралышҡан.
Афарин, етенселәр! Ололарға ярҙам итеүегеҙ һоҡландыра. Гел шулай кешелекле, ярҙамсыл булығыҙ, йәме!