+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
8 Декабрь 2019, 15:30

Бесәйегеҙ үҙен нисек тота?

Өйҙә бесәйегеҙ бармы? Уның үҙ-үҙен тотошона һәр ваҡытта иғтибар итәһегеҙме?

Ни өсөн, тиһегеҙме? Бесәй йортта өй эйәһе ролен үтәй. Шуға ул хужабикәһен хәстәрләргә тырыша.
Әгәр ҙә ул алдығыҙға ултырып мырылдай, иркәләнә икән, ул һәйбәт энергия менән зарядларға теләй. Шуға уны ҡыуып ебәрмәгеҙ.
Әгәр ҙә ул һәр ваҡыт өҫтөгөҙгә билдәле бер урынға менеп ята икән, ауыртҡан ерегеҙҙе дауалай.
Өйгә килгән берәүҙе яратмаһа, тимәк, ул насар уй менән килгән.
Ниндәйҙер нөктәгә ҡарап тик торһа, күренмәгән ҡара көстәрҙе тоя.
Ә өйҙә ниндәй төҫтәге бесәй тоторға һуң? Ҡара бесәй сихырҙан, насарлыҡтан һаҡлай. Аҡ төҫтәгеһе эске көсөргәнешлектән, сирҙәрҙән аралай. Ерән бесәй финанс хәлде яҡшыртырға ярҙам итә. Һоро һәм күк төҫтәгеләр уңыш, мөхәббәт, тыныслыҡ килтерә.
Читайте нас: