+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
10 Декабрь 2019, 17:30

Ҡыш бабайға өлкәндәр ҙә яҙа

Беҙҙең Ҡыш бабай ҡайҙан әле?

Эйе, Бөйөк Устюгтан. Әле ул илдең бөтә төбәктәренән хаттар алыуын дауам итә. Кемдәрҙәнме? Әлбиттә, балаларҙан, тиһегеҙ инде. Юҡ шул, балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә Ҡыш бабайға хат яҙа икән! Ставрополдә үткән матбуғат кәңәшмәһендә ул журналистарға үҙе шулай тип әйткән. «Һәр өсөнсө хат өлкән кешенән килә. 20 йыл эсендә бөтәһе 3 миллион 600 мең хат алдым. Әлбиттә, бөтәһе лә бәхет теләй, ә уны һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтерә. Ғаилә бәхете, яҡындарына һаулыҡ һорайҙар. Егеттәр карьера, шулай уҡ матур ғаилә, ҡыҙҙар һәйбәт тормош иптәше теләүҙәре тураһында яҙа. Тыныслыҡ, изгелек төшөнсәләре мөһим урын биләй. Күптәр миңә бөтә матур эштәремде башҡарып сығырға етерлек ныҡлы һаулыҡ теләй. Кешеләрҙең хаттарын рәхмәт һүҙҙәренән башлауҙары күңелгә ята. Аҙаҡтан ғына үтенестәрен өҫтәп ҡуялар», – ти Ҡыш бабай.
Ә һеҙ Ҡыш бабайҙан нимә һорар инегеҙ, дуҫтар?
Читайте нас: