+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
10 Ғинуар 2020, 17:30

«Бишле» – иң ҙур эш хаҡы

Бөгөнгө уҡыусылар төплө белемдәрен күрһәтеп, 30 меңдән бер миллионға тиклем аҡса эшләй ала.

Балаларға йыш ҡына: «Уҡыу – һеҙҙең төп эшегеҙ, алған баһаны эш хаҡы тиһәң дә була», – тип әйтәбеҙ. Ысынлап та шулай.
Быйылдан математика, информатика, цифрлы технологиялар буйынса уңыштарын күрһәткән балаларға 125 мең һумлыҡ грант тапшырыласаҡ. Бында дипломдар, еңеүсе һәм призёр танытмалары ҡараласаҡ, фәнни ғилемде пропагандалауға индергән өлөшөң дә иҫәпкә алынасаҡ. Ғаризаны үҙең Дәүләт хеҙмәте порталы аша бирәһең. Был грантты бер нисә тапҡыр юллап алырға һәм теләгәнеңсә тотонорға мөмкин.
Халыҡ-ара олимпиада еңеүселәре ил Президентынан ҙур ғына премия аласаҡ. Алтын миҙал өсөн – 1 миллион, икенсе урынға – 500 мең, өсөнсө урынға – 400 мең! Был премияны маҡсатҡа ярашлы, йәғни уҡыуға, һауыҡтырыу, ял итеү йүнәлешендә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн тотонорға мөмкин.
Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүселәр һәм призёрҙар ҙа аҡсалата бүләк ала. Мәҫәлән, I урын яулаған мәскәүҙәргә 300 – 500 мең һум бирелә. Хатта йыйылма командаға ингән уҡыусылар ҙа 100-әр мең ала.
Халыҡ-ара ойошмалар үткәргән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып та бүләктәргә лайыҡ булырға мөмкин. Бына шулай, тырышып, уҡыусы сағыңдан уҡ аҡса эшләргә мөмкин.
Читайте нас: