+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
23 Ғинуар 2020, 14:15

5 йәштә генә булһа ла

Әсәнән күргән – тун бескән, атанан күргән – уҡ юнған, тигән матур әйтемебеҙ донъяның бөтә халыҡтарына ла тура килә.

Американың Иллинойс тигән ҡалаһынан Слицтар ғаиләһе бер хәйриә фондына ярҙам итә. Атай кеше үҙ ҡулдары менән ағастан карауаттар эшләп бирә, шулай уҡ түшәк кәрәк-яраҡтары ла тапшыралар. Биш йәшлек Тайлер ҙа ата-әсәһенә ярҙам итергә уйлай. Ул туған көнөнә килеүселәрҙән үҙенә уйынсыҡтар түгел, ә юрған, мендәр, уларға тыштар, түшәктәр бүләк итеүҙәрен һорай. Малайҙың теләге тормошҡа аша. Бер-ике кеше биргән аҡсаға ла әйберҙәр һатып ала. Һөҙөмтәлә 125 комплект йыйыла. Тайлер уларҙы мохтаждарға тарата.
Киләһе тыуған көнөнә Тайлер был эшен дауам итергә, тағы ла күберәк түшәк кәрәк-ярағы йыйып, ярлы ғаиләләргә бүләк итергә теләй икән. Маладис малай.
Читайте нас: