Был байрамды итальяндар уйлап сығарған. Сөнки улар бик әүҙем, хислеләр. Беренсе тапҡыр был көндө 2007 йылда билдәләгәндәр. Уның маҡсаты – бөгөнгө тиҙлек, алға китеш, үҫеш заманында ҡабатланмаҫ миҙгелдәрҙең ҡәҙерен белергә, тойорға өндәү.
«Ашыҡмай йәшәү оҫталығы» тигән берекмә был байрамды ойоштороп, 14 ҡанун уйлап сығарған. Мәҫәлән, рәхәтләнеп иртәнге аш менән һыйланыу өсөн бер нисә минутҡа иртә тор, тығындарҙа ултырғанда ярһыма, ә яратҡан көй тыңла...
Ашыҡмаусанлыҡ көнөндә төрлө саралар уҙғарыла. Рим ҡалаһында «Ығыштар марафоны» үткәрелһә, Миланда ашығып атлаған йәйәүлеләргә шартлы штрафтар һалалар. Ваҡыт етмәй, тип зарланыусыларға концертҡа барырға, әҙәби уҡыуҙар һәм башҡа эштәр менән шөғөлләнергә тәҡдим ителә.
Лондон, Париж, Нью-Йорк һәм башҡа ҡалалар был байрамды хуплап, күтәреп алған. Ундағы халыҡ был көнгә бик етди ҡарай. Сөнки донъя мәшәҡәттәре, ығы-зығылы тормоштоң ҡыуаныстарын, һөйөнөстәрен күрмәй, эштән бушамаған, мәшғүл кешеләр арабыҙҙа бихисап. Был байрам шундайҙар өсөн мөһим дә инде.
Эй кешеләр, бер аҙға ғына туҡтағыҙ, тормош тураһында ашыҡмай ғына төптән уйлағыҙ һәм һәр мәлгә һөйөнөгөҙ! Һеҙ ҙә ошо һоҡланғыс байрамға ҡушылығыҙ!