-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
22 Апрель 2020, 15:37

Лениндың тыуыуына – 150 йыл

Бөгөнгө балаларҙың күбеһе Владимир Ильич Лениндың кем икәнен дә белмәһә лә, беҙҙең, атай-әсәйҙәребеҙҙең уҡыусы сағы был шәхестең исеме менән ныҡ бәйле булды. Нәҡ 22 апрелдә, Лениндың тыуған көнөндә, пионерҙар сафына ҡабул ителеп, тәүге тапҡыр ҡыҙыл галстук таҡҡанын һәр кем иҫләйҙер әле.

Ә башланғыс синыфтарҙа октябрят булып, кескәй Володяның фотоһы төшөрөлгән билдәне тағып йөрөй торғайныҡ. «Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға» тигән ҡанатлы һүҙҙәре девиз була торғайны. Кем һуң ул Ленин? Әйткәндәй, был псевдонимды ул Лена йылғаһы исеменән алған тигән фараз бар. Үҙенең фамилияһы – Ульянов. Бөгөн тыуыуына – 150 йыл. Ленин – Совет дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, революционер. Рәсәйҙә большевиктар партияһын ойошторған, донъялағы тәүге социалистик дәүләткә, СССР-ға нигеҙ һалыусы.
Тарихсылар уның тураһында төрлө фекерҙә. Әммә Лениндың XX быуатта донъя тарихына йоғонто яһаған ҙур сәйәсмәндәрҙең береһе булыуын инҡар итмәйҙәр.
Читайте нас: