-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
15 Июль 2020, 18:18

Бермуд утрауҙарында

Хуан де Бермудес – диңгеҙ сәйәхәтсеһе. 1505 йылда Санто-Домингонан тыуған иленә – Испанияға ҡайтып барғанда Бермуд утрауҙарына юлыға.

Уның хөрмәтенә был исемде йөрөтә утрау. Әммә испандар яңы асылған ерҙәргә әһәмиәт бирмәй, шуға күп йылдар үткәс кенә унда кешеләр йәшәй башлай. 1609 йылда инглиз колонистары Виргинияға китеп барғанда һәләкәткә осрай һәм ошо ерҙәрҙә урынлаша. 1684 йылдан рәсми рәүештә Англияның колонияһы итеп иғлан ителә. Был утрауҙарҙа ауыл хужалығы менән шөғөлләнә башлайҙар. Уны үҫтереү өсөн Африка илдәренән негрҙарҙы ҡоллоҡҡа йәлеп итәләр.
Ҡолдар һатыу ул замандарҙа ғәҙәти күренеш һаналған. Мәҫәлән, гәзиттәрҙә шундай иғландар баҫылған: «16 йәшлек индеец малайы, 20 йәшлек негр һатыла. Икеһе лә инглизсә яҡшы һөйләшә һәм теләһә ниндәй эшкә яраҡлы». Йә булмаһа, «Әле генә Лондондан йәш, көслө эшселәр (туҡыусылар, балта оҫталары, итекселәр, тимерселәр, ташсылар, тегенселәр һәм башҡа оҫталар). Улар осһоҙ хаҡҡа һатыла. Шулай уҡ бойҙай, икмәк, онға алмаштырырға ла мөмкин». Ҡоллоҡ иҡтисад өсөн бик ҡулай, шуға юғары ҡатлам кешеләре ҡол биләүселекте бөтөрөргә ҡаршы була. Бары тик 1838 йылда ғына ҡоллоҡ юҡҡа сығарыла.
Әлеге көндә лә Бермуд утрауҙары Бөйөк Британия биләмәһенә ҡарай. Баш ҡалаһы – Гамильтон. Ял итеүселәр өсөн был утрауҙар донъяның бер ожмах мөйөшө һанала. Мәрйен рифтары, матур баҡсалары, алһыу төҫтәге ҡомо менән билдәле. Унан йыл әйләнәһенә туристар өҙөлмәй. Йомшаҡ климаты, матур тәбиғәте, таҙа һыулы һәм яҡшы пляжлы бухтаһы, балыҡ тотоу өсөн яйлы урындары һәр кемде үҙенә йәлеп итә.
Читайте нас в