Билдәле шағир Юрий Энтин «Ялла» вокал-инструменталь ансамбленең етәксеһе Фәррух Закиров саҡырыуы буйынса Үзбәкстанға килә. Гастролдәр ваҡытында Өсҡоҙоҡта ла булалар. Ҡыҙылҡом сүллеге араһында ятҡан был ҡала әллә ни күҙгә лә ташланып бармай, ылыҡтырғыс бер нимәһе лә юҡ. Әммә урам буйлап йөрөгәндә Юрий Энтин, ошо урында ҡасандыр өс ҡоҙоҡ булған, тигән легенданы ишетә. Шуға ла был ҡаланы Учкудук тип йөрөтәләр. Был хәл шағирҙы илһамландыра. Ҡанатланып, музыканттар янына килә лә: «Егеттәр! Мин шәп шиғыр яҙҙым!» – ти. Фәррух Закиров был һүҙҙәргә (40 минут эсендә!) көй яҙа. Шулай итеп, 1981 йылда ошо матур йыр барлыҡҡа килә.