-21 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
27 Июль 2020, 14:59

Йоҡо сүлмәге көнө

Финляндияла йыл һайын 27 июлдә Йоҡосо көнөн билдәләйҙәр. Урындағы ырым буйынса, кем был көндө йоҡлап ҡала, уны шундай яҙмыш көтә. Ниндәй, тиһегеҙме? Ә легендаһы ошолай...

Урта быуаттарҙа Рим императоры Деций ете йәш кешене христиан динен тотҡандары өсөн эҙәрлекләй. Улар Рим боттарына (идол) табыныуҙан баш тарта. Йыйған байлыҡтарын ярлы-ябағаға таратып, был ете христиан тау мәмерйәһенә ғибәҙәт ҡылырға китә һәм шунда йоҡоға тала. Император уларҙың мәжүсилеккә мөнәсәбәттәре үҙгәрмәүен күреп, мәмерйәнең ишеген көпләтә.
Император Деций мәрхүм була. Күп йылдар үткәс, христианлыҡ Рим империяһының дәүләт диненә әйләнә. Ул мәлдәрҙә Феодосия II хакимлыҡ иткән була. Ҡиәмәт көнө, үлгәндән һуң тормош барлығы тураһында ҡыҙыу бәхәстәр барған саҡта бер ер биләүсе, мал-тыуарына ышыҡ урын булыр, тип теге мәмерйәнең ауыҙын аса һәм 200 йылдан ашыу йоҡлаған ете христианды тап итә. Улар уяналар ҙа, бер көн генә йоҡлағанбыҙ икән, тип берәүһен аҙыҡ-түлек алырға Эфесҡа ебәрә. Ҡалаға килеүсе был кеше тәре беркетелгән йорттарҙы күреп таң ҡала. Ә ҡаланыҡылар Деций хакимлыҡ иткән саҡтағы иҫке аҡсаларҙы тотонорға маташыусыны күреп, аптырайҙар. Епископ был етәүҙе әңгәмәләшергә саҡыра. Был тарих христиан донъяһында тиҙ тарала. «Seven sleepers» («ете йоҡосо») тигән һүҙбәйләнеш XVI быуаттың протестант мәҙәниәтендә ҡанатлы һүҙгә әйләнеп китә. Швед, норвег, дат телдәрендә «syvsover» һүҙе «ҡаты һәм күптән йоҡлаусы кеше» тип тәржемә ителә.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында ошо легендаға таянып карнавал үткәрә башлайҙар. Европала был байрам төрлө көндәрҙә билдәләнә, ә Финляндияла – 27 июлдә. Унда иң ялҡау кешене һайлайҙар ҙа диңгеҙгә, йылғаға йә күлгә ташлайҙар. Наантали тигән ҡалала беренсе тапҡыр был байрамды ойошторалар. Урындағы халыҡ та, ял итергә килеүселәр ҙә Йоҡосо көнөн күңелле уҙғара.
Фотолар «Википедия»нан алынды.
Читайте нас в