+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
30 Июль 2020, 12:01

Дуҫты мең тапҡыр һынамайҙар

Бөгөн – Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнөХалыҡ-ара дуҫлыҡ көнө 2011 йылдың апрелендә БМО Генераль Ассамблеяһының 65-се сессияһында иғлан ителеп, 30 июль көнө билдәләнә.

2014 йылдың 30 июлендә БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә былай тине:
– Быйыл Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө донъяның күп өлөшөндә киң күләмле һуғыш барған, көс ҡулланыу һәм кешеләр араһында ышанмаусанлыҡ арта барған ваҡытҡа тура килде. Элек татыулыҡта йәшәгән кешеләр үҙ күршеләре менән конфликт шарттарында булып сыға; башҡа юл булмағанлыҡтан, бергә йәшәргә мәжбүрҙәр, әммә улар бер-береһенән алыҫайғандан-алыҫая бар.
Дошманлыҡтың һәм ҡораллы көс ҡулланыуҙың ниндәй генә сәбәптәре булмаһын, уның артында ниндәй генә ҡөҙрәтле көс тормаһын, кешеләрҙең рух көсө күпкә ҡеүәтлерәк. Беҙҙең изге бурысыбыҙ – уның тантанаһына булышлыҡ итеү.
Ошо ауыр ваҡыттарҙа бер-береңә ҡул һуҙыу мөһим – конфликт килеп сығыуға юл ҡуймаҫҡа һәм тыныслыҡҡа оҙайлы, ныҡлы нигеҙ һалырға кәрәк.
Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө уңайынан, әйҙәгеҙ, теләктәшлекте үҫтерәйек, беҙ – берҙән-бер планетабыҙҙа берҙәм ғаиләбеҙ. Әйҙәгеҙ, ысын һәм ныҡлы дуҫлыҡҡа ынтылайыҡ.
Мәғлүмәт «Википедия»нан. Фото һәм видео интернет селтәренән.
Читайте нас: