+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
24 Ноябрь 2020, 18:23

Баскетболдың тарихы

Баскетбол уйынын бөтә уҡыусылар ҙа ярата. Ләкин ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң был уйын?

Баскетболға нигеҙ һалған уйын тәүҙә башҡа исем йөрөткән. Ул пок-то-пок тип аталған. Бынан ике мең йыл ярым элек инк, майя, ацтек ҡәбиләләрендәге индеецтар был уйынды яратып уйнаған. Улар хәҙерге Мексика, Гватемала, Гондурас биләмәһендә йәшәгән.
Пок-то-пок уйынында майҙандың ике яҡ башындағы стеналарға ағас дүңгәләктәр |элеп ҡуйылған. Өсәр-дүртәр уйынсынан торған ике команда уларға күберәк туп индереүҙә ярышҡан. Быны эшләүе бик ауыр булған. Ҡағиҙә буйынса, терһәктәр, тубыҡтар, боттар ярҙамында ғына уйнарға рөхсәт ителгән.
Пок-то-пок уйынында каучук туп файҙаланылған.
Әйткәндәй,баскетбол уйыны бынан 130 йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән. Уның тарихы бик ҡыҙыҡлы.
Спрингфилд колледжында (АҠШ-тың Массачусетс штаты) физкультура уҡытыусыһы булып доктор Джеймс Нейсмит эшләгән. Колледж етәкселәре физкультура дәрестәренең күңелһеҙ үтеүен әйтә.
– Берәй нәмә уйлап сығарырға кәрәк, – ти бер ваҡыт директор уҡытыусыға. – Һеҙҙең дәрестәрҙе йәнләндерергә кәрәк.
Икенсе көндө директор физкультура дәресенең бик шау-шыулы үтеүенә иғтибар итә. Уҡыусылар майҙан буйлап йүгереп йөрөй, шафталы һала торған ике кәрзингә туп индерергә тырышалар. Шул рәүешле Нейсмит боронғо индеецтар уйынын баскетболға нигеҙ итеп ала.
Кәрзин-тупта (баскет-бол) һәр командала туғыҙар кеше уйнай. Шуға ла майҙанда кеше күп була. Сөнки ун һигеҙ уҡыусының бөтәһе лә уйнарға теләй.
Тиҙҙән яңы уйын хаҡында хәбәр бөтә колледжға тарала. Күп тамашасылар килә. Улар уйынды юғарынан, балкондан, ҡарайҙар. Ләкин шунда көтөлмәгән хәл килеп сыға. Балкондар кәрзиндәргә яҡын була. Тамашасылар, үҙҙәре яҡлы уйынсыларға ярҙам итергә ынтылып, ҡулдарына эләккән тупты кәрзингә үҙҙәре ташлай. Шуға күрә кәрзиндәрҙе фанера киҫәктәре менән тамашасыларҙан айыралар. Шул рәүешле баскетбол щиты барлыҡҡа килә.
Уҡыусылар яратып уйнаған баскетбол уйынының ҡыҫҡаса тарихы ана шулай.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: