+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
29 Декабрь 2020, 15:59

Планета буйлап Яңы йыл атлай

Яңы йылды тантаналы ҡаршылау борон-борондан килә.

Яңы йылдағы кеүек бер генә байрамда ла милли традициялар һәм халыҡтарҙың характеры асыҡ сағылмайҙыр. Ләкин бөтә илдәрҙә лә ул бер үк ваҡытта һәм бер үк төрлө үтмәй. Европаның күпселек дәүләттәрендә Яңы йылды 1 ғинуарҙа билдәләйҙәр. Ә бына Һиндостанда – 14 ғинуарҙа, Иран һәм Афғанстанда – мартта, ә Эфиопияла – сентябрҙә.
Һәр ҡайҙа Яңы йыл байрамы халыҡ йолаларының һәм ғөрөф-ғәҙәттәренең иҫ киткес күп төрлөлөгө менән бай. Беҙҙә Яңы йыл байрамында ҡупшы шыршы, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҡатнаша. Ә финдәрҙә Ҡыш бабай урынына... раштыуа кәзә тәкәһе. Ул ҡыҙыл тун кейеп килә. Балаларҙың бөтә тәртипһеҙлектәре һәм яҡшылыҡтары яҙылған «мөғжизәле китап»тан ҡарап, уларға бүләктәр өләшә. Монголияла Ҡыш бабай көтөүсе булып кейенә. Ул кешеләр араһында саҡматаш тотоп, ялҡындар сығарып йөрөй.
Яңы йылды байрам итеү ҙә төрлө ерҙә төрлөсә үтә.
Австралияла Яңы йыл алдынан кешеләрҙе торба таҙартыусылар итеп кейендерәләр һәм улар менән осрашыу яҡшы тип иҫәпләнә. Ишеккә ат дағаһы ҡағалар. Ул бәхет өсөн шулай эшләнә.
Кубала Яңы йыл алдынан һыу «процедуралары» үткәрелә. Уларға бик күп итеп һыу түгәләр. Ә төнгөһөн сәғәт 12-не һуҡҡанда киләсәктә һәр кемгә уңыш юлдаш булһын өсөн берәр тәлгәш виноград ашайҙар.
Румынияла «сюрпризлы» бәлештәр бешерәләр. Ҡамыр эсенә аҡса, йөҙөктәр, фарфор ҡурсаҡтар, ҡыҙыл борос һалалар. Бындай сюрприз эләккән кешегә Яңы йылда бәхет киләсәк.
Италияла сәғәт 12-не һуҡҡанда тәҙрәләрҙән иҫке мебель, табаҡ-һауыт, сүп-сар ырғыталар. Был – бөтә иҫке, насар нәмәләрҙән азат булыуҙы аңлатҡан боронғо йола.
Венгрияла егеттәр һәм ҡыҙҙар урамдар буйлап йөрөйҙәр. Йорттарҙың тәҙрә төптәренә килеп, хужа һәм хужабикәне ҡотлайҙар һәм уларға бәхет теләйҙәр. Ә хужалар иһә йәштәрҙе өйгә ҡунаҡҡа саҡыра.
Японияла Яңы йылды ете көн байрам итәләр.
Һиндостандың һәр штатында Яңы йылды байрам итеүҙе үҙенсә үткәрәләр. Мәҫәлән, Уттар-Прадеш штатында Яңы йылды ҡаршылағанда һауаға төрлө төҫтәге бик күп ҡағыҙ йыландар осорола.
Яңы йылды байрам иткән көндө планетабыҙҙағы бөтә кешеләр ҙә бер-береһенә бәхет һәм тыныс тормош теләй.
Читайте нас: