Аҡыл буйынса филдәр – икенсе баҫҡыста. Хәтерҙәре бик яҡшы. Көньяҡ Кореяла ғәйәт һәләтле фил йәшәй. Ул хатта һигеҙ һүҙ әйтә алған. Томшоғо ярҙамында рәсем яһаусы филдәре лә бар икән.
Бик көслө интеллектҡа эйә. Баҡтиһәң, аралашыу өсөн был йән эйәләренең бер нисә мең тауыштан торған үҙ телдәре бар.
Ныҡ аҡыллы, кешенең иң тоғро дуҫы. Ул кеше һөйләменең интонацияларын һәм бойороҡтарын айыра, әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлай. Бордер-колли, пудель, алман овчаркаһы, ретривер тоҡомло эттәр иң аҡыллыларҙан һанала.
Был йән эйәләре кешеләрҙе үҙҙәренең яғымлы һәм тыныслыҡ һөйөүсән холҡо менән йәлеп итә. Берәүҙәр хатта бесәйҙәрҙе аҡылдан тыш, экстрасенслыҡ һәләткә лә эйә, тип раҫлай. Йыш ҡына, эт кеүек, хужаһының холҡон яҡшы иҫтә ҡалдыра. Аҡыллы ғына түгел, етмәһә, хәйләкәр ҙә әле улар.
Ҡомаҡтар бына тигән инстинктҡа, хәйләкәрлеккә эйә. Ғалимдар фекеренсә, уларҙың баш мейеһе төҙөлөшө буйынса кешенекенә бик оҡшаш. Шуға ла бахырҡайҙарҙы лаборатор тикшеренеүҙәрҙә йыш яфалайҙар.
Шулай уҡ аҡыллы йәнлектәр исемлегенә ингән улар. Үҙенең феноменаль хәтеренә күрә, тейендәр 2 ай үткәндән һуң сәтләүектең ҡайҙа йәшерелеүен иҫкә төшөрә ала. Фантастика! Уларҙы ҡулдан ашатырға ла өйрәтергә була. Бер тапҡыр һыйлаған кешене иҫтә ҡалдырып, икенсе көндө лә уны эҙләп таныш ергә киләләр.