+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
8 Февраль 2021, 15:40

Тубырсыҡтан - ҡайнатма

Берәйегеҙҙең тубырсыҡтан эшләнгән ҡайнатма тәмләп ҡарағаны бармы? Юҡтыр! Беҙҙең өсөн ят ризыҡ, ә сит ил кешеләрен һөйләп тораһы ла юҡ.

Дөрөҫөн әйткәндә, тиҙҙән улар был тәмлекәсте ауыҙ итәсәк. "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты сиктәрендә тубырсыҡ ҡайнатмаһы Рәсәйҙән Словакияға оҙатыла башлай.

Ул нисек эшләнә һуң?
Күптәнге урыҫ йолаһы был. Краснодар яҡтарында йәшел, өлгөрөп тә етмәгән тубырсыҡтарҙы май аҙағында йыялар. Ҡулға йәбешеп торғандары бигерәк тә һәйбәт – һутлы тигәнде аңлата. Тимәк, ҡайнатма татлы һәм хуш еҫле килеп сығасаҡ. Әҙерләүе лә бик ҡатмарлы түгел. Тубырсыҡтарҙы уртаға бүлгәндән һуң өҫтөнә шәкәр ҡомо һибеп, һеңгәнен көтәләр. Һуңынан 2 сәғәт самаһы утта тотоп, банкаларға тултыраһың.

Ни өсөн ҡулланалар?
Ылыҫлы үҫемлектәр вирустар һәм бактериялар менән көрәшеү өсөн файҙаланыла. Бронхит, пневмония, астма һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр. Әллә ҡайҙан йәлеп иткән хуш еҫе организмдың тонусын арттыра, ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итә. Составындағы танин тигән матдә ҡан тамырҙарына файҙалы, инфаркт, инсульт ауырыуҙарын булдырмауҙы иҫкәртә. Тағы ла теш, баш, быуын ауыртҡанда ла киң ҡулланыла.
Шулай итеп, тубырсыҡ ҡайнатмалары Словакия магазиндарында барлыҡҡа киләсәк. Һөйләшеүҙәрҙә Рәсәйҙең 5 компанияһы ҡатнашты, словактар Красноярск ойошмаһын һайлап алды. Ә тауарҙы сит илгә сығарыу ошо йылда башланасаҡ.
Лайфхакер фотоһы.
Читайте нас: