+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
9 Февраль 2021, 16:35

Пицца көнө менән!

Баҡтиһәң, бөгөн пицца көнө икән. Беҙҙең көнкүрештә лә был ризыҡ ныҡлы ғына тамыр йәйҙе.

Уны барыһы ла ярата: йәше ле, ҡарты ла. Ә ҡайҙан килеп инде һуң ул беҙгә? Пиццаны итальяндарҙың милли ашы тип, әйтһәк тә була. Күпселек атаҡлы ризыҡтар кеүек, уның да тыуған көнө бар – 9 февраль. Тимәк, бөгөн бар туҡланыу урындарында ла пицца буласаҡ.
Итальяндар был көндө хатта фестиваль дә үткәрә. Үҙ оҫталыҡтарын күрһәтергә теләгән бешереү оҫталары йыйыла, күргәҙмәләр ойошторола. Һәр кем йәне теләгән бар төрлө пиццанан да ауыҙ итә ала.
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: